12:18 (UTC+5), 24 Ноябрь 2017

Баш ҡалала теләгән һәр кем татар теленән белемен һынап ҡарай ала

https://vk.com/tatdiktant
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 25 ноябрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 10-да туғыҙ илдә һәм Рәсәйҙең 20 төбәгендә «Татарса диктант» акцияһы уҙа. Акцияны ойоштороусылар — Бөтә донъя татар йәштәре форумы. Өфөлә сараны ойошторорға М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ярҙам итә. Акция грамоталы яҙыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, татар әҙәби телен өйрәнеүгә йүнәлтелгән.
Иртәгә Ҡазан, Мәскәү, Төмән, Ижевск, Екатеринбург, Һарытау, Новосибирск ҡалаларында йәшәүселәр үҙҙәренең белемен тикшерә. Бынан тыш, теләге булғандар Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Германияла, Ғәрәп Әмирлектәрендә, Америкала, Украинала, Чехияла, Азербайжанда һәм АҠШ-та ла диктант яҙа ала. Ҡатнашыусыларға татар яҙыусыһы Аяз Ғиләжевтың «Йома көн кис менән» повесынан өҙөк тәҡдим ителә. Татар теленән диктантты филологтар, профессорҙар һәм филология фәндәре докторҙары тикшерә. Диктант тексын атҡаҙанған сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар һәм алып барыусылар уҡый.
Өфөлә «Татарса диктант» көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Адресы: Октябрь революцияһы урамы, 3а, 409-сы аудитория.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика