07:29 (UTC+5), 23 Ноября 2017

Республикала инвалидтарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына консультациялар биреү аҙналығы башланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә ҡарата республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мөмкинлектәре сикле граждандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына төрлө темалар буйынса консультациялар биреү аҙналығын ойоштора.
23 ноябрҙән 3 декабргә тиклем Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарына, республика буйынса Социаль страховкалау фондына, медик-социаль экспертизаның баш бюроһына ҡағылышлы компетенциялар буйынса һорауҙар ҡабул ителә.
Һорауҙарҙы «Ломаябарьеры.рф» сайтында ошо бүлектә ҡалдырырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8-917-741-80-69.
Халыҡ-ара инвалидтар көнө Берләшкән Милләттәр ойошмаһының Генераль ассамблеяһы тарафынан раҫланған һәм 3 декабрҙә билдәләнә. Төп бурыс — инвалидтарҙың проблемаларына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү һәм уларҙы бергә туплау. Был көндә инвалидтарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән бик күп саралар һәм акциялар, концерттар, социаль роликтар күрһәтеү ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика