02:40 (UTC+5), 23 Ноября 2017

Рөстәм Хәмитов республика ҡатын-ҡыҙҙарын Әсә көнө менән ҡотланы

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика ҡатын-ҡыҙҙарын Әсә көнө менән ҡотланы. Байрам сараһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.
- Бөгөн, ҡәҙерле әсәләр, һеҙгә сикһеҙ һөйөүегеҙ, хәстәрлегегеҙ, сабырлығығыҙ, ғәйәт ҙур яратҡан йөрәгегеҙ һәм изге ҡулдарығыҙ өсөн бик яҡшы рәхмәт әйтеү мөмкинлеге. Беренсе ҡарашҡа күренмәҫлек көн һайын һалған тырышлылығыҙ тормошобоҙҙо яҡшыртып ҡына ҡалмай, һеҙ унда айырым бер ғаилә йылыһы һәм бәхете гармонияһын төҙөйһегеҙ – тине төбәк етәксеһе. – Нәҡ һеҙ, ҡәҙерле әсәләр, аралашҡанда һәм уйнағанда, өйҙә эшләгәндә һәм тышта йөрөгәндә балаларҙы хеҙмәткә һәм тәртипкә өйрәтәһегеҙ, уларҙа мәрхәмәтлелек, ҡылған эштәре өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләйһегеҙ, тыуған ҡалаға йәки ауылға, һөҙөмтәлә бөйөк Ватаныбыҙға һөйөү тойғоһон уятаһығыҙ.
Нәҡ әсәләр бала тыуыу һәм уға тәрбиә биреү менән бәйле изге эште алып бара, тип билдәләне республика Башлығы.
- Һеҙҙең барлылығыҙ, эшләгән изгелелегеҙ, күрһәткән күңел йылығыҙ өсөн хөрмәт һәм рәхмәт тойғоларбыҙҙы тулыһынса еткерерлек юҡтыр һүҙҙәр, – тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов. – Тик һеҙҙән, беҙҙең ҡәҙерле әсәләр ғаилә һәм балалар именлеге генә түгел, ә республикабыҙҙың һәм бөтөн Рәсәйҙең киләсәге тора.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика