04:30 (UTC+5), 23 Ноября 2017

Рөстәм Хәмитов: «Нәҡ ғаиләлә туған телгә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә»

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, туған телгә һәм мәҙәниәткә ҡарата ихтирам, тәү сиратта, ғаиләлә тәрбиәләнә. Ошо хаҡта ул Әсә көнөнә арналған байрам сараһында белдерҙе.
- Нәҡ ғаиләлә туған телгә һәм мәҙәниәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә. Өйҙә туған телдә һөйләшеү, туған телдә телетапшырыуҙар ҡарау, гәзит һәм журналдар уҡыу, ғаилә менән концерт һәм спектаклдәргә йөрөү мөһим. Ул балаларға туған телде өйрәнергә ярҙам итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күптеллелек – ул иң мөһиме. Ул донъяны аса. Күптелле балаларҙың мөмкинлектәре монотеллеләргә ҡарағанда ярайһы уҡ күберәк.
Республика Башлығы яңыраҡ дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеүҙе камиллаштырыу буйынса саралар тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйыуын хәтергә төшөрҙө. Әлеге ваҡытта уны тормошҡа ашырыу буйынса план әҙерләнә.
- Тейешле финанслау тәьмин ителәсәк. Гранттар буласаҡ. Башҡорт телен күтәреү һәм ярҙам итеү фонды ойоштороласаҡ, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Һис шикһеҙ, был эште атҡарасаҡбыҙ, башҡорт һәм татар телдәренә генә түгел, сыуаш, мари, удмурт, белорус, украин һәм башҡа туған телдәргә лә ярҙам итәсәкбеҙ. Туған телендә һөйләшергә, уҡырға һәм яҙырға теләгәндәрҙең барыһына ла ошондай мөмкинлек биреләсәк. Бында бер ниндәй ҙә кеше хоҡуҡтарын ҡыҫыу, дискриминация булмаясаҡ. Бөтәһе лә ғәҙел һәм дөрөҫ итеп тормошҡа ашырыласаҡ.
Төбәк етәксеһе һыҙыҡ өҫтөнә алып, бөгөнгө көнгә төп бурыс - республикала милләт-ара, конфессия-ара именлекте һәм татыулыҡты нығытыу, тине.
- Йәнә бер ҡат ҡабатлайым – нәҡ ғаиләлә башҡа телдәргә, мәҙәниәттәргә, диндәргә ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләнә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ниндәй телдәрҙә һөйләшеүебеҙгә йәки ниндәй аллаларға табыныуыбыҙға ҡарамаҫтан, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика