Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.32
+0.21
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2017, 16:30

Өфөлә «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның 90 йыллығы уңайынан байрам саралары үтте

автор
автор
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн Өфөләге Телеүҙәктә «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның 90 йыллығы уңайынан байрам саралары уҙҙы. 1927 йылдың 7 ноябрендә Башҡортостандың төрлө мөйөштәрендә: майҙандарҙа, клубтарҙа һәм китапханаларҙа репродукторҙарҙан башҡорт һәм рус телдәрендә «Алло-алло! Өфө һөйләй!» тигән һүҙҙәр яңғырай. Шул ваҡыттан алып Башҡорт АССР-ында даими радиотапшырыуҙар эфирға сыға башлай.
Бөгөн республиканың төп радиоһы оператив, демократик киң мәғлүмәт сараһы булараҡ йәмәғәт тормошонда лайыҡлы урын биләй. «Рәсәй Башҡортостан радиоһы» редакцияһында 27 хеҙмәткәр эшләй. Алып барыусылар, хәбәрселәр, мөхәррирҙәр һәм тауыш режиссерҙары тыңлаусыларҙы төбәктәге һуңғы яңылыҡтар менән таныштыра, 30-ға яҡын радиопроект эфирға сыға.
Бөгөн юбилей уңайынан радио ветерандары, төрлө йылдарҙа радиола эшләгән кешеләр: элекке һәм хәҙерге дикторҙар, журналистар һәм хәбәрселәр, тауыш режиссерҙары һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр телеүҙәк алдына йыйылды.
Билдәле дикторҙар: 50 йылдан ашыу ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлаған республиканың халыҡ артисы Наилә Ғәләүетдинова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, республиканың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Александр Кузьменко тантаналы шарттарҙа мемориаль таҡтаташ асты. Унда радионың асылған көнө яҙылған.
«Беҙ башҡорт радиоһын асыуға үҙ өлөшөн индергәндәрҙең һәммәһен дә иҫләйбеҙ, улар алдында баш эйәбеҙ. 90 йыл — мөһим дата, ләкин барыһы ла яңы башлана ғына әле, тип уйлайым — 150-200 йыл тулыр. Радиобыҙға артабан сәскә атыуын теләйем», — тине «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлихов.
Һуңынан «Рәсәй» медиаүҙәгендә «Автомобиль бүләк итәбеҙ» байрам викторинаһына йомғаҡ яһалды. Ул сентябрҙән ноябргә тиклем дауам итте. «Рәсәй-1. Башҡортостан» телеканалында «Хәбәрҙәр» тапшырыуын ҡарарға һәм алып барыусыларҙың Башҡортостан радиоһының тарихы тураһында һорауҙарға яуап бирергә кәрәк ине. Ун аҙнала 20 һорау бирелде. Төп бүләкте — «Дэу» автомобилен —Дәүләкәндән 62 йәшлек Татьяна Малахова отто. Тағы бер ҡиммәтле приз — телевизор — Стәрлетамаҡтан 25 йәшлек Гүзәлиә Вәлитоваға тапшырылды.
Читайте нас: