09:00 (UTC+5), 22 Ноября 2017

Республикала радиактив бысраныу осраҡтары теркәлмәгән – Башҡортостан буйынса «Роспотребнадзор» идаралығы

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан буйынса «Роспотребнадзор» идаралығы республика биләмәһендә радиактив бысраныу осраҡтарын теркәмәгән. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларында һәм Дыуан районында урынлашҡан «Роспотребнадзор»ҙың 49 нөктәһендә эсәр һыуҙа, һыу ятҡылыҡтарында, тупраҡта, һауала һәм аҙыҡ-түлектә тәбиғи радиация фонына даими мониторинг алып бара. Башҡортостанда һуңғы өс йылда радиация хәле ныҡ үҙгәрмәгән һәм дөйөм алғанда уртаса ҡала. Республика һәм Өфө биләмәһендә радиация характерҙағы ваҡиғалар теркәлмәгән, тип айырып әйттеләр идарлыҡта.
Ағымдағы йылда 774 тикшеренеү уҙғарылған – норманан артыҡ радионуклид булыу осрағы теркәлмәгән.
Уҙған көндә «Башинформ» агентлығы күрше Силәбе өлкәһендә рутенийҙың саманан тыш күп булыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика