02:40 (UTC+5), 22 Ноябрь 2017

Рөстәм Хәмитов WorldSkills буйынса донъя чемпионаты призёры Рафаил Яхинды һәм уның уҡытыусыларын бүләкләне

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов WorldSkills-2017 профессиональ оҫталыҡ буйынса 44-се донъя чемпионаты призеры Рафаил Яхинға һәм уның уҡытыусыларына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Чемпионатта Рәсәй йыйылмаһында сығыш яһаған Сибай күп профилле һөнәри колледжының дүртенсе курс студенты Рафаил Яхин «Таш юныу эше» компетенцияһында өсөнсө урын яуланы. Был илебеҙҙә ошо һөнәр буйынса беренсе миҙал.
- Рафаилдың донъя кимәлендәге йондоҙ булып китеүе бик ҡыуаныслы – донъя чемпионатында өсөнсө урын алды түгел, яуланы, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Өсөнсө урын – ул башы ғына. Һеҙ, Рафаил, чемпион да булырһығыҙ әле тип ышанам.
Төбәк етәксеһе Рафаилға рәхмәт хатын тапшырҙы, уның остаздарын – Сибай күп профилле колледжы етәксеһе Лундеж Байморатовты һәм уҡытыусыларын Әсҡәт Ишбаевты, Марина Попованы һәм Галина Рязанованы республиканың маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, WorldSkills Competition-2017 донъя чемпионаты октябрь айында Абу-Дабиҙа (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) үтте. Рәсәй милли йыйылмаһы 52 компетенция буйынса ярышты, дөйөм команда зачетында беренсе урын алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика