04:40 (UTC+5), 22 Ноября 2017

Рөстәм Хәмитов: «Эшсе һөнәрҙәрҙе пропагандаларға кәрәк»

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурстары еңеүселәре һәм призерҙары булған профессиональ колледж студенттары, шулай уҡ уларҙың остаздары һәм уҡытыусылары менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов йәштәр араһында эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
- Бер ваҡыт илдә эшсе ҡулдар, үҙ эшенең оҫталарын әҙеләү менән хәл насар булды. Эшсе һөнәрҙәр бер кемде лә ҡыҙыҡһындырманы. Беҙҙең һөнәри техник училищелар ярым буш торҙо. Ә бөгөн ҡыҙыҡһыныу арта, шул иҫәптән һеҙ булғанға, һәйбәт эш алып барыуыҙға, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүегеҙгә була, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, эшсе һөнәр – бөтә яҡтан да яҡшы тигән фекер үҫешә. Аҡса эшләргә генә түгел, ә яҡшы хеҙмәт карьераһын төҙөргә, профессиональ яҡтан үҫешергә, дан, хөрмәт ҡаҙанырға ла мөмкин.
Төбәк етәксеһе Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә үҙенең һөнәри эшмәкәрлеген нисек башлағаны, участка мастеры булып эшләгәне хаҡында һөйләне.
- Беҙҙең участкала 60-лаған кеше ине. 6-сы разряд слесарь-йыйыусыларҙың ниндәй оло хөрмәт ҡаҙанғандарын хәтерләйем, – тине Рөстәм Хәмитов. – Миңә ҡарағанда дүрт тапҡыр күберәк эш хаҡы алғандары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Улар ошондай ҙур эш башҡарғандары өсөн яуаплылыҡ тойғоһо менән абруйлы, хөрмәтле кешеләр булды.
Һөнәри оҫталыҡ конкурстарында еңгән колледж студенттарына йәштәр алдында әүҙемерәк сығыш яһарға, үҙҙәренең ҡаҙаныштары хаҡында һөйләргә кәрәк, тип билдәләне республика Башлығы.
- Эшсе һөнәрҙәрҙе, һис шикһеҙ, пропагандаларға кәрәк. Был осраҡта һеҙ мауыҡтырғыс нәмәләр хаҡында һөйләп, профессиональ, эшсе кадрҙар әҙерләү буйынса уртаҡ эштә ҡатнашып изге эш башҡарырһығыҙ. Беҙҙә лә күп кенә йүнәлештәр буйынса йәш эшселәр, эшсе кадрҙар әҙерләү хәрәкәте алға китер тип ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был йүнәлештә Туймазы индустриаль колледжы яҡшы эшләй. Беҙҙә «МастерОК» программаһы бар. Йөҙәрләгән егет һәм ҡыҙ Туймазы колледжы аша үтте, белгестәр булды. Хәҙер «Алтын ҡулдар» селтәрле индустриаль мәктәбе программаһын эшләтәбеҙ. Был да бик ҡыҙыҡлы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика