05:00 (UTC+5), 22 Ноября 2017

Колледжды тамамлаған сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙы эшкә урынлаштырыу менән муниципалитеттар шөғөлләнәсәк – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Муниципалитеттар сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән йәш эшселәрҙе эшкә урынлаштырыу менән шөғөлләнәсәк. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурстары еңеүселәре һәм призерҙары булған профессиональ колледж студенттары, шулай уҡ уларҙың остаздары һәм уҡытыусылары менән осрашыуҙа белдерҙе.
Әңгәмә барышында белем биреү йорттары етәкселәре уларҙы тамамлаған байтаҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың артабан эшкә урынлашыу йәһәтенән ҡатмарлыҡтар менән осрашыуын билдәләне.
- Республикала шундай нисә егет һәм ҡыҙ барлығын, йыл һайын нисә кеше әҙерлек үткәнен, артабан уларҙың яҙмышы нисек хәл ителгәнен ҡарарға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Муниципалитеттарға уларҙы эшкә урынлаштырыу менән шөғөлләнергә йөкләмә бирербеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика