12:35 (UTC+5), 22 Ноября 2017

Өфөлә һәләтле уҡыусылар өсөн «Балалар стартап көнө» уҙғарыла

ufaeyeinstitute.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 25 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Фәндәр академияһында «Балалар стартап көнө» уҙғарыла. Идеялары һәм асыштары булған уҡыусыларҙың эксперттар алдында сығыш яһау һәм үҙҙәренең проекттарына баһа алыу мөмкинлеге бар. Иң яҡшы проект авторҙарын бүләкләү һәм федераль конкурстарҙа ҡатнашырға тәҡдим итеү ҡаралған.
Ҡатнашыу бушлай, теркәлергә кәрәк. 13-17 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр саҡырыла.
Стартап көнө һәләтле балаларҙы инновацион процестарға йәлеп итеү өсөн уйланылған. Программа уңышлы технологик эшҡыуарҙарҙың, ғилми-техник һәм инновацион эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү ойошмалары вәкилдәренең сығыштарын, уҡыусыларҙың төркөмдәрҙә идеялар һәм проекттар өҫтөндә эшләүен, шулай уҡ индивидуаль консультацияларҙы күҙ уңында тота.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика