11:32 (UTC+5), 21 Ноября 2017

Республикала 13 йәшлек Алешаның туғандарын эҙләйҙәр

Башҡортостан юлдаш телеканалы
Башҡортостан юлдаш телеканалы
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Алёша исемле малайҙы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приютына октябрҙә, әсәһе үлгәндән һуң урынлаштырғандар. Ул бер ҡасан да мәктәптә уҡымаған. Малайҙың документтары ла юҡ. Приют хеҙмәткәрҙәре уның туғандарын эҙләй.
«Уға 13 йәш тирәһе, сөнки исемен һәм йәшен үҙе әйтеүе буйынса яҙып алдыҡ. Беҙгә уны Башҡортостан Республикаһы полиция хеҙмәткәрҙәренең акты буйынса килтерҙеләр», — ти Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приюты директоры Миләүшә Мырҙағәлина.
13 йәшлек малай һанарға ла, яҙырға ла белмәй. Әсәһе ике ай элек вафат булған. Алёша һөйләүенсә, әсә кеше күрәҙәлек менән аҡса эшләгән. Улар бер нисә йыл элек Силәбе өлкәһенән Өфөгә күсеп килгән. Ҡәҙерлеһе үлгәс, малай ун көн өлкән йәштәге күршеһендә йәшәгән, һуңынан ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән.
Алёша уҡый-яҙа белмәй, уның ҡарауы, шахматта оҫта уйнай. Күрше ихаталағы малай уйнарға өйрәтте, ти. Интеллектуаль спорт төрөнән тыш, залда шөғөлләнә башлаған. Бер айҙа ике килограмға ябыҡҡан.
Тәрбиәселәр Алексей ихлас, эш һөйөүсән һәм ярҙамсыл, ти. Улар туғандарының кемеһелер малайҙы таныр һәм фамилияһын булһа ла белергә ярҙам итер тип ышана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика