08:40 (UTC+5), 21 Ноябрь 2017

Өфөлә йәшәгән ҡатынды тереләй «күмгәндәр»

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы видеоһы скриншоты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә йәшәгән ҡатын Евпаторияла ял итергә йыйынған, ләкин документтар буйынса уның мәрхүмдәр исемлегендә булыуы асыҡланған. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итеүенсә, миграция хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы Рима Ғәлиева вафат булған, ә уның паспорты, хужаһының үлеүе сәбәпле, ғәмәлдән сыҡҡан.
Ҡатындың һүҙҙәренсә, ул сәфәргә юлланыу өсөн банктан кредит алырға теләй, әммә паспортының ғәмәлдә булмауы арҡаһында аҡсаны ала алмай. Бындай яңылыҡтан һуң ҡатын үҙен насар тойоп, дауаханаға мөрәжәғәт итә. Һуңғараҡ ул туғаны менән хәлде асыҡларға тырыша.
Баҡтиһәң, был республикала берҙән-бер осраҡ түгел. Ике йыл элек Салауатта йәшәгән ир менән ошоға оҡшаш хәл теркәлгәйне. Миграция хеҙмәтендә уға уның «Гознак» фабрикаһындағы хата арҡаһында зыян күреүе хаҡында әйтәләр. Унда осраҡлы рәүештә бер үк номерлы ике партия паспорт баҫылып сыҡҡан. Әле республикала бер нисә мең кеше документтар буйынса үҙҙәренә оҡшаш кешенең булыуы хаҡында белмәй.
Әгәр ҙә кемдер ошондай хәлдә ҡалған икән, миграция хеҙмәтенә ғариза яҙырға кәрәк. Ҡайһы бер осраҡтарҙа паспортты ла алмаштырырға кәрәкмәй, ә банк өсөн ваҡытлыса белешмә биреүҙәре мөмкин, тип аңлаттылар ойошмала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика