15:03 (UTC+5), 21 Ноябрь 2017

Өфөләге киң мәғлүмәт саралары күрше Силәбе өлкәһендә рутенийҙың саманан тыш күп булыуы хаҡында яҙа

dok34ru.livejournal.com
dok34ru.livejournal.com
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөләге киң мәғлүмәт саралары, ағымдағы йылдың сентябрь-октябрь айҙарында Росгидрометтың баҫылып сыҡҡан бюллетененә нигеҙләнеп, күрше Силәбе өлкәһендә рутений-106 радиоактив металл изотоптарының артыҡ күплеге хаҡында яҙа. Хәлде РБК-Өфөлә тикшерҙеләр.
Рәсәйҙең Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы (Гринпис) билдәләүенсә, «Маяк» комбинаты эргәһендәге тораҡ пункттарҙа рутенийҙың концентрацияһы күп булыуы асыҡланған (предприятие ядро ҡоралы компоненттары, изотоптар етештереү, яраҡһыҙ ядро яғыулығын һаҡлау һәм тергеҙеү менән шөғөлләнә). Экологтар һүҙҙәренсә, нормаль шарттарҙа ошо техноген радионуклид тирә-яҡ мөхиттә юҡ. Уның атмосферала булыуы авариялы хәл тураһында һөйләй.
Росгидрометта Силәбе өлкәһендә һәм Татарстанда теркәлгән бысраныуҙы «ныҡ юғары» һәм «юғары» тип баһаланылар. Башҡортостанда иһә хәл яҡшыраҡ, ләкин радиоактив болот беҙҙе ситләп үтмәне: 26 һәм 27 сентябрҙә Өфө-Дим станцияһында хәүефле матдәнең концентрацияһы бер квадрат метрға 187Бк тәшкил итте.
Гринпис белгестәре фекеренсә, бының яраҡһыҙ ядро яғыулығын эшкәртеү менән бәйле булыуы ихтимал. Шулай уҡ металл иретеү мейесенә рутений-106 булған материалдың эләгеүе мөмкин.
Рәсәйҙең Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы прокуратураға тирә-яҡ мөхиттең торошо тураһында мәғлүмәтте тикшереү үтенесе менән хат ебәрҙе.
Тәүгеләрҙән булып радиоактив болот тураһында европалылар һөйләй башланы. Сентябрь аҙағында Германияла, Италияла, Австрияла, Швейцарияла һәм Францияла Ru-106 концентрацияһының артыуы теркәлде.
Ғалимдар әйтеүенсә, рутений-106 изотоптарының артыҡ булыуы «тәбиғәт һәм һаулыҡ өсөн хәүефле түгел».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика