04:00 (UTC+5), 21 Ноября 2017

Өфөлә ҡатын «Мега» сауҙа үҙәгендә бәпесләгән

социаль селтәрҙәр
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Кисә, 20 ноябрҙә, Өфөнөң «Мега» сауҙа үҙәгендә үҙенсәлекле ваҡиға булды. Ҡатын сауҙа залына ингән ерҙә бәпесләгән. «Башинформ» агентлығына сауҙа үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә, һау-сәләмәт ир бала донъяға килгән.
«Сауҙа үҙәгенең табипҡаса бүлмә хеҙмәткәрҙәре бәпесләүсе ҡатын-ҡыҙға ярҙам итте. Сабыйҙы йыуындырҙылар, ә ҡатынға медицина ярҙамы күрһәттеләр. Һуңғараҡ ашығыс ярҙам бригадаһы килде. Бәпесте әсәһе менән бергә 4-се бала табыу йортона алып киттеләр», — тип хәбәр иттеләр «Мега» сауҙа үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән.
Сауҙа үҙәге хеҙмәткәрҙәре һүҙҙәренсә, ҡатынға һәм яңы тыуған ир балаға бүләк тапшырып, ғәҙәти булмаған тыуған көнө менән ҡотлағандар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика