Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2017, 11:54
Төбәктә киҙеү әлегә теркәлмәгән – «Роспотребнадзор»
uv-kurier.ru
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда киҙеү осраҡтары әлегә теркәлмәгән. «Роспотребнадзор»ҙың төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләү осраҡтары арта, кимәл эпидемик сиктән түбән.
Грипҡа ҡаршы прививка яһау кампанияһы дауам итә, әле яҡынса 1,7 миллион кешегә — республика халҡының 41,5 процентына прививка эшләнгән. Федераль бюджет иҫәбенә 1,25 миллион өлкән кешегә һәм 350 мең балаға вакцина һалынған. 89,7 меңдән ашыуы эш биреүселәр иҫәбенә һәм үҙ аҡсаһы иҫәбенә прививка яһатҡан. «Ошо вакциналар беҙҙең төбәктә актуаль булған вирустан һаҡлай», — тип иҫкә төшөрҙөләр республика идаралығында.
Теги:
грипп
вакцина
прививка
Читайте нас: