08:27 (UTC+5), 20 Ноября 2017

Стәрлетамаҡтан 11 йәшлек Лиана Гәрәеваға ҡатмарлы операциянан һуң реабилитациялауға аҡса кәрәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Стәрлетамаҡтан 11 йәшлек Лиана Гәрәеваға вайымһыҙ булмаған кешеләрҙең ярҙамы кәрәк. Уҡыу алдынғыһы, спортсы, ярыштарҙа ҡала намыҫын яҡлаған ҡыҙ быйыл май айында ҡапыл аҡһай башлай. Уның тубығы шешә. Магнит-резонанслы томография ҡыҙҙа онкология сиренең булыуын күрһәтә, һуңғараҡ гистология ошо диагнозды раҫлай. Ауырыу 4-се стадияға еткән, үпкәлә метастаздар барлыҡҡа килгән.
Ләкин түҙемле ҡыҙ бирешмәй, сирҙе еңәсәгенә ышана.
20 июлдән Лиана әсәһе менән Мәскәүҙә дауалана.
14 химия терапияһы ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Ҡыҙҙың үпкәһенә ике операция яһалды, метастаздар алып ташланды. Табиптар аяғын һаҡлап ҡалырға вәғәҙәләй, эндопротезға заказ бирелгән. Алда тағы 12 «химия» һәм операция.
Октябрҙә дауаханала уҡытыусылар инглиз теленән олимпиада үткәрҙе, унда Стәрлетамаҡтан бишенсе класс уҡыусыһы беренсе урын яуланы һәм ноутбук менән бүләкләнде.
Хәҙер ҡыҙ тиҙерәк һауығыу тураһында ғына хыяллана.
«Мин протез менән йөрөргә өйрәнермен, реабилитация үтеп, бер йылдан ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырмын тип ышанам», — ти Лиана.
Уға операциянан һуң ҡатмарлы реабилитациялауға ярҙам кәрәк. Ҡыҙҙың әсәһе — балалар баҡсаһында тәрбиәсе, атаһы — водитель, шуға күрә ата-әсәһе, ғаиләнең яҡындары битараф булмаған кешеләрҙән ярҙам һорай.
4406664985503403 — әсәһе, Гәрәева Гөлшат Миҙхәт ҡыҙының картаһы, «Уралсиб» банкы;
408 17810 5 06007883395 — әсәнең Һаҡлыҡ банкындағы иҫәбе, БИК 048073601.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика