08:30 (UTC+5), 20 Ноябрь 2017

Непейцев дендропаркын һаҡларға һәм үҫтерергә кәрәк – Рөстәм Хәмитов

vk.com
vk.com
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика Өфөләге Непейцев дендропаркын һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән ҡала власы яғынан тейешле эш ойошторолғанда булышлыҡ итергә әҙер. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе конференцияһында белдерҙе.
Тәбиғи парк биләмәһен төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәр менән Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе уларҙың тәҡдимен хупланы.
- Непейцев дендропаркына килгәндә, ул ҡалала урынлашҡас, муниципалитет был юҫыҡта әүҙемерәк эшләргә, ресурстар йүнәлтергә тейеш, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бындай эш ойошторолһа муниципалитетҡа дендропарктың статусы, идаралығы, уны кәртәләп алыу, һаҡлау, балаларға айырым биләмәләрен тапшырыу яғынан ярҙам итербеҙ. Уны һаҡлау, үҫтереү һәм яңы баҫҡысҡа күтәреү кәрәклеге көн кеүек асыҡ.
Республика Башлығы үҙ ваҡытында оҡшаш эштең Урмансылар паркында башҡарылғанын билдәләне.
- Урмансылар паркында эште ижтимағи башланғыстарҙа башҡарҙыҡ. Унда барып йөрөгәндә ҡайһы берҙә кешеләрҙән һорайым: «Нисек һеҙгә?» – «Бик оҡшай!». Шэшлек ҡыҙҙырған, сүп-сар ятҡан бысраҡ биләмәнән тыш, бөтәһе лә оҡшай. Уны ла хәл итербеҙ. Ҡала үҙәгендә 100 гектарҙа бик шәп биләмә барлыҡҡа килде, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бындай майҙансыҡтарҙы, әлбиттә, төҙөкләндерергә кәрәк. Был эште башҡарырбыҙ. Ошондай проекттарҙы маҡсатлы финанслау тураһында уйларбыҙ әле.
Өфөлә Шота Руставелли, адмирал Макаров һәм Өфө шоссеһы урамдары араһында урынлашҡан «Непейцев дендропаркы» ботаника (дендрологик) тәбиғәт ҡомартҡыһы 200 йылдан ашыу тарихҡа эйә. 1811 йылда бындағы усадьба хужаһы Осип Тимофеевич Непейцев тарафынан биләмәне бөтә донъянан килтерелгән ағастар һәм ҡыуаҡтар менән йәшелләндереү буйынса эштәр башлана. 1965 йылда Башҡорт АССР-ның Министрҙар Советы бойороғо менән Непейцев дендропаркы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә. Уға биләмәнең мөһим ғилми, тарихи, ғәмәли һәм рекреацион әһәмиәте нигеҙ булып тора. Хәҙер тейешле ҡарау, һаҡлау, кәртә булмағанлыҡтан парк тарҡалған һәм уға юҡҡа сығыу хәүефе янай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика