06:00 (UTC+5), 17 Ноября 2017

Ҡыш бабайҙың тыуған көнөнә республика балалары 70 транспорт бүләк итте

«ДоШКОЛЬНЫЙ МИР» журналы
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 18 ноябрҙә илдең төп тылсымсыһы – Ҡыш бабай тыуған көнөн билдәләй. Быйыл Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡышҡы тылсымсы өсөн транспорт сараһы иң яҡшы бүләк буласаҡ, тип ҡарар итте «ДоШКОЛЬНЫЙ МИР» федераль журналы республиканың Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар ассоциацияһы менән берлектә «Беҙ барабыҙ, беҙ еләбеҙ» ижади конкурсын ойоштороп.
Конкурста 4-15 йәштәге балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, белем биреү ойошмалары уҡытыусылары ҡатнашты. Бәйгеселәргә Ҡыш бабай өсөн транспорт сараһы макетын эшләргә тәҡдим ителде. Ижади эште башҡарыу өсөн конкурста ҡатнашыусыларға теләһе ҡайһы ҡоралдарҙы һәм материалдарҙы, техникаларҙы һәм уларға бәйле нәмәләрҙе ҡулланырға рөхсәт ителде. Ҡыш бабай өсөн транспорт сараһы үҙенсәлекле, әкиәттәрҙәгесә, байрамса булырға тейеш ине. Ойоштороу комитеты Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Бәләбәйҙән, Күмертауҙан, Учалынан, шулай уҡ Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Ҡариҙел райондарынан 70 эш ҡабулл итте.
Конкурс аҙағында бәйгеселәр 18 ноябрҙә Өфөнөң Үҙәкләштерелгән күмәк китапханалар системаһында (Комсомол урамы, 138) байрамда Ҡыш бабай менән осраша. Байрам программаһында конкурс эштәренең күргәҙмәһе, еңеүселәрҙе бүләкләү һәм сәй эсеү, уйын программаһы, Ҡыш бабай менән бейеү флешмобы көтөлә.
Сара көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика