11:15 (UTC+5), 17 Ноября 2017

Республика прокуратураһы мәктәптәрҙе туған телдәрҙе теләк буйынса өйрәнеү йәһәтенән тикшереү һөҙөмтәләрен иғлан итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәйҙең Генераль прокуратураһы ҡушыуы буйынса Башҡортостан прокуратураһы «Рособрнадзор» белгестәре менән берлектә ил ҡануниәтен үтәү мәсьәләһе буйынса төбәктең Мәғариф министрлығы һәм бер нисә дөйөм белем биреү ойошмаһы эшмәкәрлеген тикшерҙе. Тикшереүҙәр граждандың Рәсәй халыҡтары телдәре иҫәбенән туған телен һәм башҡорт дәүләт телен үҙ теләге буйынса өйрәнеүгә хоҡуғын тәьмин итеүгә ҡағылды.
Күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланмаған. Уҡыу пландары ғәмәлдәге ҡануниәт һәм федераль дәүләт мәғариф стандарттары нормаларына тура килә.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ҡайһы бер мәктәптәрҙә айырым хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған, улар араһында — белем биреү программалары һәм дәреслектәрҙең тейешле талаптарға тап килмәүе, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙы ҡабул итеүҙе сикләгән нормаларҙы билдәләүсе локаль акттарҙың булыуы. Прокуратура етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе контролгә алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика