04:00 (UTC+5), 17 Ноября 2017

Рөстәм Хәмитов Өфө дәүләт авиация техник университетын 85 йыллығы менән ҡотланы

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө дәүләт авиация техник университеты коллективын һәм студенттарын юғары уҡыу йортоноң 85 йыллығы менән ҡотланы. Өфө дәүләт авиация техник университетының юбилейына арналған кисә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.
- Бөгөнгө көнгә Өфө дәүләт авиация техник университеты – илебеҙҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе. Ошо йылдарҙа университетты 100 меңдән ашыу кеше тамамланы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был күп тиҫтә йылдар илебеҙҙең оборона һәләтен күтәргән, яңы машиналар, механизмдар, двигателдәр уйлап сығарған, техник фәндәр үҫешенә тос өлөш индергән ысын көслө белгестәр, үҙ эшенең оҫталары.
Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, заман талаптарына тап килеү өсөн республикаға юғары уҡыу йорттары менән берлектә кешелек капиталын арттырыу менән әүҙем шөғөлләнергә кәрәк. Үҙ сығышында ул был эштең төп йүнәлештәрен билдәләне.
- Бөгөн Рәсәйҙә двигателдәр эшләүе – Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаусылар ҡулында. Был кире ҡаҡҡыһыҙ ысынбарлыҡ. Ә авиация двигателе – кеше эшләгән иң ҡатмарлы йылылыҡ машинаһы, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ул юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренең һәм уҡытыусылар составының бик юғары квалификациялы икәнен аңлата.
Башҡортостан Башлығы университеттың күп хеҙмәт күрһәткән уҡытыусыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты Рәсәйҙә генә түгел, ә донъяла ла алдынғы урындарҙа торорға тейеш тип билдәләне.
- Юғары уҡыу йортоноң бөтә йолалары ла алға хәрәкәт итеү бар яҡтан да уңыш нигеҙе булыуын дәлилләй, – тине Рөстәм Хәмитов.
Юбилей кисәһе барышында Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары һәм уҡытыусылары менән бәйләнешкә Халыҡ-ара Йыһан Станцияһы космонавтары сыҡты. Улар юғары уҡыу йортон 85 йыллығы менән ҡотланы һәм уның космонавтика үҫешенә индергән өлөшөн билдәләне.
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика