08:31 (UTC+5), 15 Ноября 2017

Республиканың баш ҡалаһында WorldSkills Russia тармаҡ чемпионатына ауыл хужалығы машиналарын белеүселәр йыйыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн Башҡорт дәүләт аграр университетында «Ауыл хужалығы машиналарын файҙаланыу» компетенцияһы буйынса WorldSkills Russia тармаҡ чемпионаты асыла. Ул 19 ноябргә тиклем дауам итә. Чемпионаттың маҡсаты — эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыу һәм профессиональ белем биреүҙе үҫтереү, компетенцияларҙың иҡтисади үҫеш һәм шәхси уңыш өсөн мөһим икәнлеген күрһәтеү.
Ауыл хужалығы өлкәһендә тармаҡ чемпионаттары 18-28 йәшлек ҡатнашыусыларға — кесе, урта һәм ҙур эшҡыуарлыҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә йүнәлтелгән.
Быйыл ауыл хужалығы компетенциялары буйынса WorldSkills Russia тармаҡ чемпионаттары илдә тәүге тапҡыр уҙғарыла. 27-29 сентябрҙә Краснодарҙа И.Т. Трубилин исемендәге Кубань дәүләт аграр университетында «Агрономия» компетенцияһы буйынса тармаҡ чемпионаты үткәйне. 30 октябрҙән 1 ноябргә тиклем Ставрополь дәүләт аграр университетында «Ветеринария» компетенцияһы буйынса чемпионат ойошторолдо.
Өфөләге чемпионатта илдең 15 төбәгенән: Кемеров, Тамбов, Ульяновск, Төмән, Орел, Ырымбур, Һамар, Белгород, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Башҡортостандан, Татарстандан, Ҡырымдан, Ставрополь һәм Краснодар крайҙарынан конкурсанттар ҡатнаша.
Конкурсанттарҙың эшен Башҡортостандың агоросәнәғәт комплексы предприятиелары — «Центральный» матди-техник тәьминәт дәүләт унитар предприятиеһы, «Башсельхозтехника», «Агролайн», «Техресурс», «Акрос» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре вәкилдәре баһалай, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика