Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.64
-0.52
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2017, 11:00

Республикала гражданлыҡ хәле акттарын теркәү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу элемтә ойошторола

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты ЗАГС бүлектәренең хоҡуҡи һәм ойоштороуҙы тәьмин итеү бүлеге белгестәре гражданлыҡ хәле акттарын дәүләт теркәүе өлкәһендәге мәсьәләләр буйынса ҡыҙыу элемтә үткәрә.
Белгестәр һәр кемгә 15 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем консультациялар бирә. Уларҙан гражданлыҡ хәле акттарын дәүләт теркәүе, яңынан документтар алыу, исем алмаштырыу, гражданлыҡ хәле акттары яҙмаһына төҙәтмәләр (үҙгәрештәр) индереү, апостиль биреү кеүек һорауҙарға яуап алырға мөмкин.
Ҡыҙыу элемтә телефондары: (347) 241-37-88, 278-82-54, 248-54-70.
Читайте нас: