11:29 (UTC+5), 15 Ноября 2017

«Өфө» аэропорты пассажирҙар ағымы буйынса тарихи рекорд ҡуйҙы: онлайн-иҫәпләгес 2,5 миллионынсы бәхетлене һайланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. «Өфө» халыҡ-ара аэропорты тәүге тапҡыр бер йылда 2,5 миллион кешене хеҙмәтләндерҙе. 15 ноябрҙә онлайн-иҫәпләгес реаль ваҡыт режимында бөгөн көндөҙгө 12-се 26 минутҡа Өфө — Мәскәү рейсына теркәлгән 2,5 миллионынсы пассажирҙы һайлап алды. Ул Салауаттағы ҙур нефть-химия предприятиеһының кадрҙар бүлеге начальнигы Людмила Илюшина булып сыҡты. Теркәү өҫтәлендә уны билдәле алып барыусылар Флүрә Мурзина менән Дмитрий Каретко ҡаршы алды.
«Бөгөн — минең өсөн иң иҫтәлекле көндәрҙең береһе. Мин йыл һайын ноябрҙә Мәскәүгә кадрҙар форумына осам. Быйылғы сәфәрем ғүмерлеккә хәтеремдә ҡаласаҡ», — тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты 2,5 миллионынсы пассажир.
Ул Өфө аэропортының уңайлы, хеҙмәткәрҙәрҙең оператив эшләүен билдәләне, уның бер ҡасан да осошҡа бәйле ҡатмарлыҡтар булмаған.
Людмила Илюшина аэропорттың бизнес-залында өс тапҡыр хеҙмәтләндереү мөмкинлеген, бер йылға бушлай парковка урынына сертификат һәм иҫтәлекле сувенирҙар алды. Авиакомпания иһә ике яҡҡа ла бушлай билет һәм бонус картаһын бүләк итте.
Boeing 737 һауа судноһы командиры пассажирҙы почетлы исем менән ҡотлап, ошо бүләктәр менән ул Рәсәй, Европа һәм яҡын сит илдәр буйлап йышыраҡ сәйәхәт итер тигән ышаныс белдерҙе.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика