02:00 (UTC+5), 15 Ноябрь 2017

Башҡортостанда ярлыҡау тураһында алты үтенесте кире ҡаҡтылар

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында республика Башлығы ҡармағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссияның ултырышы үтте. Ошо хаҡта төбәк парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ярлыҡау тураһында алты үтенес хаты ҡаралды, уларҙың бөтәһе лә кире ҡағылды. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең бишәүһе һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү (һаҡһыҙлыҡ буйынса үлтереү) өсөн хөкөм ителгән. Статья 15 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота. Бер үтенес хаты полицияның участка вәкиленә ҡарата көс ҡулланыу менән бәйле.
«Һәр эште комиссия ағзалары ентекләп тикшерҙе. Зыян күреүсе яҡтарҙың фекерҙәре тыңланды, йәшәү, ултырыу урыны буйынса характеристикалары ҡаралды, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. — Ҡылған енәйәттәрҙең ҡатылығы, күп тапҡыр хөкөм ителгәнлек һәм башҡа факторҙар комиссияны бер ниндәй үтенесте лә хупламау ҡарарына килтерҙе».
Комиссияға яңы ағзалар инде: улар араһында «Башҡортостан урыҫтары соборы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев, нефть һәм медицина университетттары ректорҙары Рәмил Бәхтизин һәм Валентин Павлов, Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжы директоры Сәйфетдин Ҡуңысбаев, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Вито Сабиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика