11:48 (UTC+5), 14 Ноября 2017

Республикала «Рәсәй йылғаһы» акцияһы барышында Ыҡ буйы сүп-сарҙан таҙартылды

komanda-k.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда «Рәсәй йылғаһы» акцияһы барышында Бишбүләк, Йәрмәкәй, Туймазы райондары буйлап аҡҡан Ыҡ буйы сүп-сарҙан таҙартылды. Был республикала иң ҙур һөҙөмтә булды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Экология министрлығынан.
«Дөйөм алғанда, туғыҙ район һәм Октябрьский ҡалаһы халҡы акцияға әүҙем ҡушылды — бөтәһе 3,73 мең кеше. Улар — «Йәш Гвардия», «Еңеү ирекмәндәре», «Балалар — балаларға» хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар. Таҙартыу эштәрен башҡарғандан һуң беҙ иҫтәлекле альбом яһаныҡ һәм эстафетаны күршеләргә тапшырҙыҡ — артабан Ыҡ Татарстан биләмәһе буйлап аға», — тип һөйләне ведомствоның Туймазылағы идаралығы начальнигы урынбаҫары Ирина Хафизова.
Шулай уҡ республиканың Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы, Учалы, Мәләүез райондары акцияла әүҙем ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Экология министрлығынан. Бер йәйҙә 750 һыу объекты яры таҙартылды, уларҙың күбеһе йәмәғәт контроленә алынған. Башҡортостан йылғалары буйында 713,5 мең кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика