03:30 (UTC+5), 14 Ноября 2017

Республикала контрафактлы алкоголь һатыусы 136 сайт бикләнгән

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда төбәк «Роспотребнадзор» идаралығы белгестәре контрафактлы алкоголь менән сауҙа итеүсе 136 сайты бикләүгә өлгәште. Ведомствола аңлатыуҙарынса, исемлеккә сайттар ғына түгел, социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләр ҙә ингән.
Былтыр суд органдары Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау идаралығының 96 ғаризаһын, 2017 йылдың туғыҙ айында 40 ғаризаһын ҡәнәғәтләндергән.
Бындай сайттарҙағы мәғлүмәт алкоголле продукцияны һатыу буйынса билдәләнгән талаптарҙы боҙоп, билдәһеҙ кешеләрҙең сифатһыҙ продукцияны («элиталы алкоголь алмаштарын») һатыуға йүнәлтелгән. Медицина хеҙмәткәрҙәре ғүмерҙе һәм һаулыҡты һаҡлап ҡалыу маҡсатында алкоголле продукцияны лицензияһы булған сауҙа ойошмаларынан ғына алырға кәрәк тип иҫкәртә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика