01:40 (UTC+5), 14 Ноябрь 2017

Рөстәм Хәмитов ҡала хакимиәтенә Нуғай биҫтәһенең инфраструктураһы менән шөғөлләнергә ҡушты

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө хакимиәте Нуғай биҫтәһен үҫтереү буйынса планды төҙәтергә һәм унда тейешле инфраструктура булдырыу менән шөғөлләнергә тейеш. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Нуғай ауылында яңы мәктәпте асыу тантанаһында белдерҙе.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, биҫтәнең әүҙем төҙөлөшө менән бәйле 147-се мәктәптең яңы корпусын һалырға кәрәк булды. Әлегә тиклем Нуғай, шулай уҡ эргә-тирәлә урынлашҡан Жилино һәм Зинино тораҡ пункттарынан уҡыусылар 1970 йылда төҙөлгән бинала уҡырға мәжбүр ине. 200 кешегә иҫәпләнгән мәктәпкә 700 уҡыусы йөрөнө, улар ике сменала уҡыны.
Бинаның заманса талаптарға тап килмәүен иҫәпкә алып, 2015 йылда 1250 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Кисә объекттың 300 урынға иҫәпләнгән тәүге сираты файҙаланыуға тапшырылды. Оҙаҡламай икенсе сираты төҙөлә башлаясаҡ.
- Биҫтә буйынса хәл ителмәгән бер төркөм һорауҙар бар. Мәктәп кенә түгел. Балалар баҡсалары, тимер юл аша сыға торған юл кәрәк. Миндә уны хәҙер уҡ төҙөй башларға һорап яҙған ата-әсәләрҙән, йәшәүселәрҙән хаттар байтаҡ. Әлегә проект та юҡ, уй-фекерҙәр генә һауала йөҙөп йөрөй. Был да властың ошо йәһәттән һуңлап эшләүе тураһында һөйләй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әлегә эргә-тирәлә күргән бар нәмә матурлыҡ, яҡшы юлдар, биҫтәнең йөҙө булмаған ниндәйҙер арауыҡ стадияһын хәтерләтә. Әммә киләсәктә быларҙың барыһы ла буласаҡ.
Республика Башлығы ҡала хакимиәтенә төҙөлөп ятҡан биҫтәне үҫтереү буйынса пландарына төҙәтмәләр индереү, инфраструктураны булдырыуға баҫым яһау кәрәклеген билдәләне.
- Иң тәүҙә ҙур йорттар һалып, һуңынан кешеләр бер нимә лә булмағандан ыҙалана башлай, бындай варианттарҙы, һис шикһеҙ, туҡтатырға кәрәк. Бөгөн бер төркөм биҫтәлә, айырыуса Өфөлә, Стәрлетамаҡ һәм Салауат кеүек ҙур-ҙур ҡалаларыбыҙҙа социаль объекттар төҙөү буйынса артта ҡалыш күҙәтелә. Өфө районындағы биҫтәләр – буш яландағы йорттар ғына. Кешеләргә нисек йәшәргә? Нисек балаларҙы уҡытырға? Девелоперҙар һәм төҙөлөш эргәһендә йөрөүсе структуралар байыны. Ә йәшәргә тип күсеп килгән кешеләр отолдо һәм улар үҙҙәрен бик насар тоя. Транспорт мәсьәләһе лә, башҡалар ҙа насар хәл ителә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бындай тәжрибәне туҡтатырға һәм алдан мәктәптәр, дауаханалар, поликлиникалар төҙөргә кәрәк. Хәҙер беҙ биҫтәне үҫтереү һәм уны алға ебәреү йәһәтенән үҙгәрештәр индерергә тейеш. Ошо эште башҡарыу зарур. Ҡала власын районды төҙөкләндереү һәм тейешле инфраструктура булдырыу мәсьәләләре менән ысынлап шөғөлләнеүҙәрен һорайым.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика