17:32 (UTC+5), 14 Ноября 2017

Киң мәғлүмәт саралары тағы бер яҡташыбыҙҙың Сүриәнән Рәсәйгә ҡайтыуы хаҡында хәбәр итте

«РИА Новости»
«РИА Новости»
Альмира Давлетбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «РИА Новости» Сүриәнән Рәсәйгә ҡайтҡан тағы бер яҡташыбыҙ хаҡында һөйләне. Бынан алда ТАСС Сүриәләге ҡыҙыу нөктәләрҙән ҡотҡарылған 12 ҡатын-ҡыҙ һәм 29 бала араһында Башҡортостандан өс балалы Рамина Шәрипованың булыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Уның менән бергә Грозныйҙан Өфөгә дүрт балаһы менән Руфина Лапшина ла ҡайта. Ике ҡатын да Сүриәгә үҙ теләге менән китмәгән: уларҙы ИГ контроле аҫтындағы биләмәгә ирҙәре алып сыҡҡан. Тормош иптәштәре һәләк булғас, күп балалы әсәләр бер нисә тапҡыр ҡасырға маташҡан, төрмәләр аша үткән. Тыуған яҡҡа юл улар өсөн ике йыл ярым дауам иткән.
Хәбәр ителеүенсә, Руфина Лапшинаның ире Вячеслав элек билдәле профессиональ спортсы, бокс буйынса донъя чемпионы, 2006 йылда илдәге «II Бәләкәй олимпия уйындары» еңеүселәренең береһе булған. Ун биш йыл элек исламды ҡабул иткән, 2015 йылдың июнендә ҡатыны һәм өс балаһы менән Төркиәгә ял итергә киткән һәм шунда ҡалған, һуңғараҡ Сүриәгә сығып, боевиктар яғында һуғыша башлаған. Ире һәләк булғандан һуң 2016 йылда Руфина икенсе кешегә кейәүгә сығырға мәжбүр булған, кинйә балаһының атаһы Вячеслав түгел.
Ике ғаилә лә өйҙәренә шишәмбе көндө Мәскәү аша ҡайтырға тейеш. Ике йәш ҡатындың Яҡын Көнсығышта ил гиҙеүҙәре тамамланды, ләкин улар ҡулдарында яртылаш етем һәм күңелдәрендә ауыр яра менән ҡайтты. Агентлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, августан алып Сүриәнән Рәсәйгә бөтәһе 90-ға яҡын боевик ҡатындары һәм балалары ҡайтарылған.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика