11:00 (UTC+5), 14 Ноября 2017

Көҙгө саҡырылыш: Башҡортостандан 3500 егет армияға алынды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Көҙгө саҡырылыш барышында Башҡортостандан 3537 кеше хәрби хеҙмәткә оҙатылды. Бөгөн Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ошондай мәғлүмәт яңғыраны.
Әлеге ваҡытта Башҡортостандың баш ҡалаһы Ҡораллы Көстәр сафына алыныусылар һаны буйынса Волга буйы федераль округы ҡалалары араһында лидер. Быйыл көҙ Өфөнән 1111 егетте хәрби хеҙмәткә оҙатыу күҙаллана. Был яҙғы саҡырылыш кампанияһына ҡарағанда 187 кешегә күберәк.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, көҙгө саҡырылыш 31 декабргә тиклем дауам итә. 5,3 мең һалдатты хәрби хеҙмәткә ебәреү ҡаралған.
Яҙғы саҡырылыш кампанияһында республиканан 5,2 мең самаһы кеше хеҙмәткә алынды. Шуларҙың 4,8 меңгә яҡыны — Ҡораллы Көстәргә, 400-ләбе — Милли гвардия ғәскәрҙәренә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика