11:28 (UTC+5), 14 Ноябрь 2017

Өфөгә бөтә республиканан башҡорт дебет шәле оҫталары йыйыла

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөгә бөтә республиканан башҡорт дебет шәле оҫталары йыйыла. Улар 26 ноябрҙә «Башҡорт шәле — 2017» фестиваль-конкурсында ҡатнаша.
Конкурсанттарҙың оҫталығын жюри: сәнғәт, халыҡ художество һөнәрҙәре белгестәре баһалай.
Программала иң яҡшы шәл оҫталары, шәл бәйләү кәсебе оҫталары командаларының ижади конкурсы, «Башҡорт шәле – милли кейемдең бер өлөшө» дефилеһы, кәзә мамығынан бәйләнгән әйберҙәр йәрминкәһе ҡаралған.
Конкурстарҙан тыш, оҫталарҙың һөнәри кимәлен күтәреү маҡсатында оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу күҙаллана.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, башҡорт шәле оҫталарының Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған тәүге күргәҙмәһе 20 йыл элек Башҡорт дәүләт филармонияһында үтһә, артабанғылары Күмертауҙа, Стәрлебаш һәм Ейәнсура райондарында уҙғарылды, 2008 йылдан иһә күргәҙмәләр йәнә республиканың баш ҡалаһына күсте.
Сараның маҡсаты — йәмғиәттә милли художество һөнәренә – башҡорт шәленә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, «башҡорт мамыҡ шәле» брендын булдырыу; халыҡ оҫталарының һөнәри кимәлен күтәреү, тәжрибә алмашыу һәм башҡалар.
Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Ағиҙел» художество кәсептәре берекмәһе, Өфө, шулай уҡ республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика