02:50 (UTC+5), 14 Ноябрь 2017

Өфө аэропортынан Хайнань утрауына аҙна һайын самолет оса башлай

автор
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. «Өфө» аэропортынан Ҡытайға рейс асыла. Хайнань утрауына аҙна һайын «Икар» авиакоманияһы самолеттары осасаҡ, тип хәбәр итә баш ҡала авиаүҙәгенең матбуғат хеҙмәте.
Рейстар 2017 йылдың 23 декабренән 2018 йылдың 24 мартына ҡәҙәр башҡарыла. Өфө – Хайкоу маршруты буйынса самолет аҙна һайын шәмбе төнгө 12 тула 15 минуттан күтәреләсәк. Авиапассажирҙар ун сәғәт самаһы ваҡытты күктә уҙғарасаҡ. Ташыусы маршрутта 340 кешегә иҫәпләнгән Boeing 767-300 самолетын файҙаланырға ниәтләй.
Алдан хәбәр ителгәнсә, сентябрь уртаһында 2 ноябрҙән республиканың баш ҡалаһынан Ҡытайға, Хайнань утрауына тура рейс асылыуы билдәле булғайны.
Рейстарҙы кесе йома һайын «ВИМ-Авиа» авиакомпанияһының Boeing 777 самолеты башҡарасаҡ тип күҙалланғайны, әммә һуңғы ваҡиғаларға бәйле авиаташыусы алмаштарылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика