06:02 (UTC+5), 14 Ноябрь 2017

Баш ҡалабыҙҙа велосипедсыға һәйкәл ҡуйылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә велосипедсыға һәйкәл ҡуйылды. Яңы арт-объект Октябрь проспекты һәм Степан Халтурин урамы киҫелешендә барлыҡҡа килде. Скульптура композицияһында велосипедта йөрөгән атай һәм уның улы һүрәтләнгән.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә төҙөкләндереү буйынса күләмле эштәр тормошҡа ашырыла. Уларҙың барыһы ла ҡалала уңайлы мөхит булдырыуға йүнәлтелгән. Парктар һәм скверҙар яңыртыла, ҡала үҙгәрә. Октябрь проспектын төҙөкләндереү барышында Совет районында яңы арт-объект барлыҡҡа килде лә инде.
Биләмәне Өфө ҡалаһының коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы заказы буйынса «Уралагротехсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күркәмләндергән. Бында яңы асфальт, экоплитка түшәлгән, йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн юл ситендә бордюрҙар һәм ҡоймалар ҡуйылған. Өфөлә парктарҙы һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү эше дауам итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика