09:02 (UTC+5), 13 Ноября 2017

Һиндостанда халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһе: был конкурста Башҡортостан исеменән кем сығыш яһай?

«Башҡортостан һылыуҡайы» агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Башҡортостан һылыуҡайы — 2017» республика гүзәллек бәйгеһендә Гран-при яулаған Регина Мөхәмәҙиева «Азия һылыуҡайы — 2017» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһау өсөн Һиндостанға юлланды. Унда Ҡытай, Көньяҡ Корея, Индонезия, Филиппин, Таиланд, Ҡаҙағстан, Япония, Бангладеш һәм башҡа илдәрҙән еңеүселәр ҡатнаша.
Конкурс 13-21 ноябрҙә Һиндостандың Кочин ҡалаһында үтә.
Регина Мөхәмәҙиева — Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филологияһы факультетында икенсе курста белем ала. Инглиз һәм немец телдәрендә иркен һөйләшә. Ҡыҙ — «Башҡортостан һылыуҡайы» агентлығы моделе, ул унда фотоға төшөү серҙәренә төшөндөрә.
Конкурсҡа Регина үҙе менән бик күп сувенирҙар һәм бүләктәр алып китте, республика исеменән башҡорт дизайнеры Альбина Жерлицынаның милли кейемендә сығыш яһай, тип һөйләне «Башҡортостан һылыуҡайы» модель агентлығы директоры Луиза Закирйәнова.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика