05:58 (UTC+5), 13 Ноября 2017

Гөлшат Сафина баш ҡалала татар телен өйрәнеү клубын асҡан

Георгий Шишкин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Гөлшат Сафина Башҡортостандың баш ҡалаһында татар теле клубын асҡан. Тәүге дәрес кесаҙна, 16 ноябрҙә була. Ғабдулла Туҡай телен һөйөүселәр «АртКлуб» ижади оҫтаханаһында осраша.
«Гөлшат Сафинаның татар теле курсын «Тел мөхите» — «АртКлуб»тың яңы проекты сиктәрендә башлайбыҙ, — ти ижади оҫтахана директоры Айгөл Рәшитова. — Беҙ төрки — башҡорт һәм татар телдәрен популярлаштырырға ынтылабыҙ. Тел күренештәре, телдең һәм менталитеттың бәйләнеше, телдәрҙең йоғонтоһо хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләй алған башҡорт, татар теле уҡытыусыларынан, филологтарҙан, тарихсыларҙан, культурологтарҙан, тикшеренеүселәрҙән һәм энтузиастарҙан, дисциплинар-ара белгестәрҙән тәҡдимдәр көтәм».
Гөлшат Сафина тәүге юғары белеме буйынса — татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы; бер нисә йыл Айҙар Ғәлимовтың матбуғат атташеһы булып эшләгән; директор урынбаҫары сифатында татар журналын асҡан.
«Иң мөһиме — мин татар өләсәйем менән үҫтем, ул миндә фольклорға, йыр-бейеүгә һөйөү тәрбиәләне. Шуға күрә телде өйрәнеү менән генә сикләнмәҫбеҙ», — тип яҙа ул.
Дәрестәр бушлай, ләкин килгән кешеләрҙең татар телен өйрәнеү өсөн ҙур эске мотивацияһы булыуы мотлаҡ. Төркөм тупланған, уҡытыуҙы 2018 йылдың майына тиклем дауам итеү күҙаллана. Финанслауҙы тәьмин итергә әҙер бағыусылар табылһа, әлеге проектты киңәйтергә мөмкин булыр ине.
«Мин телде өйрәнеү менән генә сикләнергә йыйынмайым: татар ризыҡтары буйынса кулинар оҫталыҡ дәрестәре, татар артистары, эшмәкәрҙәре менән осрашыу; фольклорҙы өйрәнеү, һәм һуңынан сәхнәлә студенттар менән «Ҡаҙ өмәһе»н йәки «Ҡарға бутҡаһы»н сәхнәләштереү ҡаралған. Төркөмдөң быға ниндәй кимәлдә әҙер буласағын күрербеҙ», — тип үҙенең пландары менән уртаҡлашты Гөлшат.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика