10:01 (UTC+5), 13 Ноября 2017

Башҡортостандың баш ҡалаһында 1250 урынлыҡ мәктәп үҙ ишектәрен асты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Бөгөн, 13 ноябрҙә, Өфөнөң Октябрь районы Нуғай ауылында мәктәп асыу тантанаһы уҙҙы. Урындағы уҡыусылар был ваҡиғаны ике йыл көттө. 1250 урынға иҫәпләнгән социаль объект төҙөлөшө республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың шәхси контролендә булды. Бөгөнгө байрамға ул да килгәйне.
Нуғай биҫтәһендәге яңы мәктәп ике уҡыу һәм бер спорт блогынан тора. Бина бөтә заманса талаптарға яуап бирә. Бында информатика кабинеттары, интерактив комплекс, 504 урынлыҡ тамашалар залы, процедура, прививка яһау һәм стоматология бүләмәләре менән медицина блогы, 402 урынлыҡ ашхана бар.
Был — һуңғы өс айҙа Өфөлә асылған өсөнсө мәктәп. Баш ҡаланың Дим районында һәм Колгуев биҫтәһендә лә белем биреү учреждениелары төҙөлдө.
Республикала тағы ниндәй социаль объекттарҙың төҙөлгәнлеге хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика