14:50 (UTC+5), 10 Ноября 2017

Мәғариф һәм фән министрлығы намыҫһыҙ ата-әсәләр реестрын әҙерләй

«Известия» гәзите сайты
«Известия» гәзите сайты
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы намыҫһыҙ ата-әсәләр, уллыҡҡа һәм ҡарауға алыусылар берҙәм реестрын эшләү буйынса закон проектын әҙерләгән. Тейешле документ федераль норматив-хоҡуҡи акттар проекттары порталында урынлашҡан, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.
Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексына ярашлы, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән йәки ата-әсә хоҡуғынан сикләнгән, ҡарауға алыусы бурысынан бушатылған граждандар уллыҡҡа бала ала йәки йәнә опекун булып тәғәйенләнә алмай, әммә компетентлы органдар араһында үҙ-ара мәғлүмәт менән алмашыу тәртибе булмағанға күрә ундай осраҡтар килеп тыуҙы.
«Закон проекты тарафынан тәҡдим ителгән үҙгәрештәр балаларҙы уларҙың уҡ мәнфәғәтендә намыҫһыҙ ата-әсәләр, уллыҡҡа алыусылар, опекундар, бағыусылар ғаиләләренә тәрбиәгә бирмәүҙе тәьмин итәсәк», — тиелә закон проектындағы аңлатма хатында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика