05:24 (UTC+5), 10 Ноябрь 2017

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы башлығы хеҙмәткәрҙәрҙе совет милицияһының 100 йыллығы менән ҡотланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы башлығы Роман Деев һәм Башҡортостандың эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары советы рәйесе, отставкалағы милиция генерал-майоры Винер Ғәзиев республика полицейскийҙарын Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө һәм совет милицияһының 100 йыллығы менән ҡотланы.
«Заманса саҡырыу һәм янау шарттарында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итеү беҙҙән һөнәри әҙерлек кимәлен даими арттырыуҙы талап итә. Түҙемлек һәм үҙ-үҙеңде тота белеү, яуаплылыҡ һәм теләһә ҡайһы минутта ярҙамға килергә әҙер булыу уңышлы эштең нигеҙе булып ҡала. Үҙҙәрен Рәсәйгә һәм уның халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлаған кешеләр ошондай сифаттары менән айырылып тора», — тиелә ҡотлауҙа.
Ведомство башлығы һәләк булған иптәштәренең бирешмәүсәнлеген һәм ҡыйыулығын айырыуса билдәләне. Улар үҙҙәренең хеҙмәт бурысын намыҫ менән үтәп, башҡаларҙы ҡотҡарыу өсөн ғүмерен бирҙе.
Министр ветерандарға һөнәргә тоғролоҡтары, йәш белгестәрҙе, уларҙа юғары әхлаҡи ҡиммәттәр, илһөйәрлек тойғоһо һәм тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика