15:03 (UTC+5), 10 Ноябрь 2017

Башҡортостанда ирекмәндәр «Артылыш» йәштәр мәғариф форумын уҙғарасаҡ

Октябрьский ҡалаһы Йәштәр һарайы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 1-3 декабрҙә Октябрьский ҡалаһында «Артылыш» республика йәштәр мәғариф форумы уҙа. Уға ирекмәндәрҙең алдынғылыҡ сифаттарын үҫтереү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы белем алыу маҡсаты менән Башҡортостандың ҡала округтарынан һәм муниципаль райондарынан ирекмәндәр ойошмаларының 100-ҙән ашыу вәкиле йыйыла.
Форумда ҡатнашыусылар өсөн лидерлыҡ, һөйләү оҫталығы, шәхси үҫеш темалары буйынса Мәскәү, Ҡазан, Һамар һәм Өфө белгестәре лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. «Артылыш» республика йәштәр мәғариф форумын Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы булышлығында Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү үҙәге менән берлектә Октябрьский ҡалаһы Йәштәр һарайы ойоштора.
Ҡатнашыу өсөн теркәлергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика