10:20 (UTC+5), 08 Ноября 2017

Сит ил курорттарында йоғошло ауырыуҙар «ҡотора»

Ксения Калинина
Ксения Калинина
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан буйынса «Роспотребнадзор» идаралығы туристарҙы сит ил курорттарында йоғошло ауырыуҙар хаҡында иҫкәртә. Ведомствоның мәғлүмәттәре буйынса, сәфәргә сығырға күҙаллағанда Доминикан Республикаһында, Кубала, Һиндостанда, Таиландта һәм ял итеүселәр араһында бик популяр булмаған бер төркөм илдә ваба ауырыуы (холера) теркәлгәнен иҫәпкә алыу зарур.
Коста Рикала, Һиндостанда, Вьетнамда, Таиландта, Доминикан Республикаһында, Венесуэлала һәм Кубала – тапма ауырыуы (малярия).
Грузияла, айырыуса Таиландта һәм Вьетнамда, шулай уҡ Һиндостанда, Шри-Ланкала, Ҡытайҙа, Мальдива Республикаһында, Мексикала, Бразилияла, Доминикан Республикаһында, Америка Ҡушма штаттарында, Кайман һәм Сейшель утрауҙарында – Денге биҙгәге.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Сәғүд Ғәрәбстанында, Катарҙа, Иорданияла, Оманда һәм Кувейтта – яҡын көнсығыш респиратор синдромы короновирусы.
Тулыраҡ ауырыуҙар теҙмәһе һәм илдәр исемлеге ведомство сайтында баҫылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика