14:19 (UTC+5), 08 Ноября 2017

Республикала ишле ғаиләләрҙәге балалар Яңы йыл бүләктәре аласаҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда ишле ғаиләләрҙәге балалар Яңы йыл бүләктәре аласаҡ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2018 йылды байрам итеү тураһында» указда шулай тиелә.
Документҡа ярашлы, Яңы йыл сараларына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетына профилле министрлыҡ һәм ведомстволар менән берлектә биш һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләрҙәге 14 йәшкә тиклемге балаларға Яңы йыл бүләктәре һатып алырға, шулай уҡ һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыған етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға матди ярҙам күрһәтергә ҡушылды.
Район һәм ҡала хакимиәттәренә үҙҙәренең һәм йәлеп ителгән аҡса иҫәбенә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, етем, ата-әсә ҡарауынан ҡалған, сабыйҙар, балалар йорттарында, социаль приюттарҙа һәм интернаттарҙа тәрбиәләнгән балаларға Яңы йыл бүләктәрен тапшырырға тәҡдим ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика