07:30 (UTC+5), 08 Ноябрь 2017

Башҡортостанда дүртенсегә «Суперкилен-2017» матурлыҡ һәм таланттар конкурсы үтәсәк

https://vk.com/womanforum2017
https://vk.com/womanforum2017
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда дүртенсегә ябыҡ «Суперкилен-2017» матурлыҡ һәм таланттар конкурсы үтәсәк. Ул ғаилә һәм дини-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалау, кейәүҙәге ҡатындарҙың ижади потенциалын асыу, айырылышыуҙарҙы иҫкәртеү, йәш ғаиләләрҙең ялын ойоштороу маҡсатында уҙғарыла. Сараны Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты һәм «Аиша» журналы ойоштора.
19 ноябрҙә Өфөлә ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу ойошторола. Бәйгелә 18-35 йәштәге йәш, матур, уңышлы ҡатындар һәм әсәләр үҙ көсөн һынап ҡарай ала. Ойоштороусылар бер төркөм талапты үтәүҙе һорай: бәйгесе кейәүҙә булырға, тормош иптәшенән ҡатнашыуға рөхсәт, ҡәйнәһенән кәңәш хаты килтерергә тейеш, сәхнә мәҙәниәтен белеү ыңғай баһалана.
Һайлап алыу турында үҙеңдең ҡәйнәң тураһында һөйләргә, йырлау, бейеү, матур һөйләү һәләтеңде йәки ҡул эштәренә маһирлығыңды күрһәтергә кәрәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт һәм яҙылыу 8-987-494-29-80 телефон һандары буйынса.
Конкурстың финалы V Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар форумы сиктәрендә декабрь башында үтә.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика