07:49 (UTC+5), 07 Ноября 2017

Республиканың баш ҡалаһында эйәһеҙ йәнлектәр өсөн приют төҙөү күҙаллана

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында бер үк ваҡытта 200 бесәйгә һәм 500 эткә иҫәпләнгән эйәһеҙ йәнлектәр өсөн приют төҙөү күҙаллана. Биләмәлә уларҙы йөрөтөү өсөн майҙансыҡ ҡаралған.
Тейешле проект әле дәүләт экспертизаһында һәм финанслау мәсьәләләре хәл ителгәс төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыу өсөн һатыуға ҡуйыла.
Проекттың хаҡы 120-130 миллион һум тәшкил итә.
Бөгөн мэрияла оператив кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, был 240 урынлыҡ балалар баҡсаһы хаҡынан ҡиммәтерәк, әммә хужаһыҙ хайуандарҙы тотоу өсөн приют та мөһим.
«Ләкин беҙ шуға табан барабыҙ, сөнки бындай проект — йәнлектәргә гуманлы мөнәсәбәт билдәһе ул. Әле урамдарҙа күпме ҡарауһыҙ яҡшы тоҡомло йәнлектәр йөрөй. Йәмғиәтебеҙ өлкәнәйергә тейеш. Өйҙә бесәй йәки эт тотор алдынан 10 тапҡыр уйларға кәрәк, — тип иҫәпләйҙәр мэрияла. — Элек ҡала урамдарында яҡшы тоҡомло хайуандар һирәк күренә ине. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай түгел».
Йәнлектәрҙе яҡлаусыларҙың рәсми булмаған мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгө эйәһеҙ хайуандарҙың 80 проценттан ашыуы ҡасандыр йортта йәшәгән һәм үҙенең хужаһы булған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика