02:00 (UTC+5), 07 Ноября 2017

Рөстәм Хәмитов Халыҡтар дуҫлығы йорто өсөн яңы бина табырға ҡушты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Милләт-ара берҙәмлекте һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың һәм Республика халыҡтары ассамблеяһы советының уртаҡ ултырышында Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто өсөн яңы бина табырға ҡушты.
Әлеге ваҡытта был маҡсат өсөн Конгресс-хол бинаһының бер өлөшө тәҡдим ителә.
- Ғөмүмән алғанда, бында Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Халыҡтар ассамблеяһы ла урынлашыр тип күҙаллағайныҡ. Бөгөн ошо 17 бүлмәне ҡарап сыҡтым. Улар әҙер, иртәгәнән үк күсергә мөмкин. Әммә минең ҡарашҡа улар даими эшләү өсөн тәғәйенләнмәгән, – тине Рөстәм Хәмитов. – Унда елләтеү системаһы, лифт бар, ләкин тәҙрәләр юҡ. Шуға ваҡытлыса вариант кеүек улар менән файҙалана алабыҙ, әммә икенсе варианттарҙы ла ҡарарға була. Тағы ла ҡыҙыҡлы тәҡдимдәребеҙ бар. Беҙҙең милли-мәҙәни берләшмәләргә лайыҡлы эш өсөн, әлбиттә, бөтә шарттар ҙа булдырырға кәрәк тип уйлайым. Был мәсьәләне мотлаҡ хәл итербеҙ.
Алмаш сифатында төбәк етәксеһе Зәки Вәлиди урамындағы яңы офис бинаһын, шулай уҡ Ҡарауанһарай янындағы хәҙер Башҡортостан Торлаҡ төҙөлөшө фонды урынлашҡан бинаны ҡарарға тәҡдим итте. Республика Башлығы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына был һорауҙы 2018 йылдың 1 июненә тиклем хәл итергә ҡушты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта Халыҡтар дуҫлығы йорто Ленин урамында республика Фәндәр академияһы менән йәнәш бәләкәй генә бинаны биләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика