09:00 (UTC+5), 07 Ноябрь 2017

Халыҡтарыбыҙ Рәсәйҙе ҡаҡшамаҫ иткән элементтар булып тора – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй халыҡтарын ныҡлы металл иретмәһе менән сағыштырҙы Милләт-ара берҙәмлекте һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың һәм Республика халыҡтары ассамблеяһы советының уртаҡ ултырышында сығыш яһап.
Уның һүҙҙәренсә, бөтә кешеләр ҙә төрлө-төрлө һәм ошо төрлөлөк йәмғиәттең берҙәмлеген нығыта ғына.
- Мин инженер, миңә инженер аналогияһы яҡын. Металл бар, химик элементы – тимер. Айырым алғанда ул ҙур материал түгел. Әммә тимергә башҡа химик элементтар бөрсөктәре ҡушылһа, тутыҡмай торған, эҫегә бирешмәүсән ҡорос килеп сыға. Былар, бер ҡараһаң, үҙенең күләме буйынса бәләкәй генә химик элементтар тимерҙе үҙенең сифаттары буйынса бөтөнләй икенсе ныҡлы, туҙып бармаусан, коррозияға бирешмәүсән итә, – тип миҫал килтерҙе Рөстәм Хәмитов. – Йәмғиәтебеҙ ҙә шулай. Эйе, илебеҙ халҡының 90 проценттан ашыуын урыҫ халҡы тәшкил итә. Әммә халыҡтарыбыҙ шул бөтә конструкцияны емерелмәҫ иткән элементтары булып тора ла инде. Һәм был бик мөһим.
Халыҡтар берҙәмлеге идеяһы төрлө милләт һәм дин кешеләре йәшәгән Башҡортостан өсөн айырыуса көнүҙәк, тип билдәләне республика Башлығы.
- Һәр ҡайһыбыҙ ниндәй дин тотоуына, этник сығышына ҡарамаҫтан: Башҡортостан – ул минең республикам, минең Ватаным, тип әйтә ала, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был беҙ йәшәгән, эшләгән, балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, бүлә-бүләсәләребеҙ йәшәйәсәк яратҡан, бик матур еребеҙ. Ул мәңге һаҡлана торған һәм дәғүәһеҙ ысынбарлыҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика