05:50 (UTC+5), 03 Ноября 2017

Газлы һыуҙың ниндәй ауырыуҙарға килтергәне билдәле булды

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ғалимдар газлы һыуҙы даими эсеү диабет, ҡан баҫымы күтәрелеү һәм мейегә ҡан һауыу хәүефен арттыра тигән һығымтаға килгән. Көньяҡ Африка Республикаһының Стелленбос университеты тикшереүҙәр уҙғарған, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.
Медицина хеҙмәткәрҙәре аҙнаһына биш тапҡырҙан күберәк газлы һыуҙы эскән кешеләрҙең торошон күҙәткән. Һөҙөмтәлә уларҙың күбеһендә диабет, юғары ҡан баҫымы һәм һимереүгә килтереүсе метаболлик синдром асыҡланған.
0,33 литр күләмле газлы һыуҙа 39 грамм самаһы шәкәр бар, ул көндөҙгө норманан 14 грамға күберәк. 10 аҙна дауамында газлы һыуҙы эскән кешеләр инсулинды 17 процентҡа аҙыраҡ ҡабул иткән һәм йышыраҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына зарланған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика