03:40 (UTC+5), 03 Ноябрь 2017

Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың туған телдәрен үҫтереүгә йөҙәрләгән миллион һум йүнәлтеләсәк – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың туған телдәрен яҡлауға һәм үҫтереүгә бер нисә йөҙ миллион һум йүнәлтеләсәк. Ошондай һандарҙы килтерҙе төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов Милләт-ара берҙәмлекте һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың һәм Республика халыҡтары ассамблеяһы советының уртаҡ ултырышында. 
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы Президентының йөкләмәләрен бойомға ашырыу өсөн Рөстәм Хәмитов дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ өс төп йүнәлеш буйынса эште күҙаллай: Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм ундағы халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһын; республиканың дәүләт телдәрен һәм ундағы халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн йыллыҡ республика Башлығы гранттарын әҙерләү; шулай уҡ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд ойоштороу.
- Өс йүнәлештең һәр ҡайһыһы етди рәүештә финансланасаҡ. Ул йөҙәрләгән миллион һумдан ашыу суммалар менән иҫәпләнәсәк, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Мәҫәлән: республика Башлығы гранттары – кәмендә 50 миллион һум. Фондтың башланғыс суммаһы ғына яҡынса 50 миллион һум буласаҡ. Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса программа 100 миллион һумдан артасаҡ. Йәғни был ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте финаслауҙа ысынлап та ҙур алға китеш. Һуңғы йылдарҙағы финанслау менән сағыштырмаса, ул бер нисә тапҡырға ғына түгел, ә тиҫтәләгән тапҡырға артасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика