10:58 (UTC+5), 03 Ноября 2017

Башҡортостанда «Ор Авнер» йәһүд мәктәбе уҡыусылары ата-әсәләренең 90% башҡорт телен өйрәнергә теләк белдергән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Ор Авнер» йәһүд мәктәбе уҡыусылары ата-әсәләренең 90% ашыуы башҡорт телен өйрәнеү яҡлы. Мәктәптә йәһүд (24%), рус (8%), татар (24%), башҡорт (10%) һәм башҡа милләт вәкилдәре белем ала. Ошо хаҡта Башҡортостандың һәм Өфөнөң баш раввины Дан Кричевский һөйләне. Конфессия етәксеһе Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы милләт-ара татыулыҡты һәм тыныслыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың һәм Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советының берлектәге ултырышында сығыш яһаны.
«Бер нисә тиҫтә йыл элек кенә беҙ бер өҫтәл артына йыйылып, балаларға, дингә ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итербеҙ тип уйлай ҙа алмай инек. Донъялағы хәлдәрҙе күреп-аңлап торабыҙ һәм Рәсәйҙең милли йолаларҙы үтәү мөмкин булған ышаныслы урын икәнлегенә төшөнәбеҙ».
Милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе тикшереү республикала йәшәүселәрҙең күпселеге — 85 проценттан ашыуы — уларҙы ыңғай баһалауын күрһәтә.
«Беҙ 85% түгел, ә 100% булһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында уйлайбыҙ. Йәһүдтәр берләшмәһе йылдар дауамында республикала бөтә йүнәлештәр буйынса эшләргә тырыша, быға республика властары ярҙам күрһәтә», — тине Дан Кричевский.
Баш раввин әйтеүенсә, конфессия вәкилдәре дәүләт телдәренән тыш, Башҡортостанда туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн мөмкинлек булдырылыуына рәхмәтле. Шуға күрә улар республикабыҙҙа тормош яҡшыраҡ булһын өсөн эшләргә әҙер.
Дан Кричевский Тора китабынан өҙөк килтерҙе, унда исемдәрҙе, телде һәм мәҙәниәтте һаҡларға кәрәк, һәм шул саҡта халыҡ йәшәйәсәк, тиелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика