06:32 (UTC+5), 03 Ноябрь 2017

«Абҙаҡ» ноябрь байрамдарында илдә иң популяр өс тау саңғыһы курорты иҫәбенә инде

«Абҙаҡ» тау саңғыһы курорты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостандың «Абҙаҡ» тау саңғыһы курорты Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә ял итеү өсөн Рәсәйҙең иң популяр өс тау саңғыһы курорты һәм комплексы исемлегенә инде. Тикшереү һөҙөмтәләрен илдең «Tvil» торлаҡҡа бронь һалыу сервисы иғлан итте. Рейтинг 3-7 ноябргә комплекстар янындағы торлаҡҡа ихтыяж һәм сервисты ҡарау йомғаҡтары буйынса төҙөлгән.
«ТурСтат» агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә дүрт миллиондан ашыу кеше 300 тау саңғыһы курортында һәм комплексында тау саңғыһы спорты, сноубординг менән шөғөлләнә.
Быйыл ноябрь байрамдарында ял итеү өсөн популяр 5 тау саңғыһы комплексы һәм курорты иҫәбендә «Снеж.ком» (Мәскәү өлкәһе), «Уктус» (Екатеринбург), «Абҙаҡ» (Башҡортостан), «Гора Соболиная» (Иркутск өлкәһе) һәм «Мамай» (Бүрәтстан) бар.
17 ноябрҙән Башҡортостанда Өфө — Яңы Абҙаҡ — Өфө туристик поезы йөрөй башлай.
Республиканың Транспорт буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәтенсә, поезд ҡышҡы миҙгелдә йөрөй, Белорет ҡалаһының тимер юл станцияһынан Урал аръяғының тау саңғыһы курорттарына (Абҙаҡ, Яҡтыкүл, Морат, Ирәмәл) автобус рейстары ойошторола.
Бер кешегә билет хаҡы — яҡынса 750 һум, халыҡтың льготалы категорияларына төрлө ташламалар ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика