09:00 (UTC+5), 02 Ноября 2017

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы боҙлауыҡ булыуы һәм епшек ҡар яуыуы хаҡында иҫкәртә

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бөгөн, 2 ноябрҙә, Башҡортостанда секундына 15-20 метр тиҙлектә ҡапыл ел иҫеүе, боҙлауыҡ булыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе фаразлана. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы ашығыс хәбәр таратты.
Болотло һауа торошо, бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә, урыны менән уртасаға тиклем. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ булыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр, көсәйгәндә секундына 15-20 метрға етә. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге 1-2 саҡрымдан кәмей.
Ҡотҡарыусылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙе һорай. Һауа торошо боҙолғанда мөмкин тиклем өйҙән сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Көслө елдә электр линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән сымдарға яҡын барыу ғүмер өсөн хәүефле. Ағастар, реклама таҡталары, ныҡлап нығытылмаған конструкциялар янында торорға ярамай.
Водителдәрҙе тиҙлек режимын үтәргә саҡыралар.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы телефоны: 8(347) 233-99-99.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика