13:50 (UTC+5), 02 Ноября 2017

Рөстәм Хәмитов: «Күп милләтле республикабыҙ өсөн халыҡтар берҙәмлеге идеяһы айырым әһәмиәткә эйә»

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Өфөләге Конгресс-холда Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара берҙәмлекте һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы советының уртаҡ ултырышын уҙғарҙы.
Унда традицион конфессияларҙың дини лидерҙары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, көс структуралары етәкселәре, милли-мәҙәни берләшмә вәкилдәре, фән һәм мәғариф, спорт, мәҙәниәт һәм сәнғәт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрҙәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Федераль Милли дәүләт сәйәсәте стратегияһында 2025 йылға тиклем төп өҫтөнлөктәр сифатында дөйөм Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу, ил халыҡтарының этномәҙәниәтен үҫтереү билдәләнгән.
Тейешле республика программаһы ҡабул ителгән һәм тормошҡа ашырыла. Башҡортостан йыл һайын төрлө саралар уҙғарыуға финанслау алып, федераль конкурстарҙа ҡатнаша. Бер үк ваҡытта был эшкә республика ҡаҙнаһынан да аҡса йүнәлтелә.
- Дөрөҫөн әйткәндә, милли-мәҙәни берләшмәләр тарафынан байтаҡ ғаризалар һәм мөрәжәғәттәр күбеһенсә дөйөм ҡулланыштағы, күңел асыу сифатындағы сараларға ҡағыла, улар иһә – милли байрамдар, һабантуйҙар, концерттар. Бер һүҙһеҙ, улар кәрәк, әммә былай ҙа бик күп уҙғарыла, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә әлегә икенсе – милләткә һәм дингә ҡарамаҫтан бөтә граждандарҙы берләштерерлек идеологик йөкмәткеле масштаблы проекттар, саралар, идеялар етмәй. Хәҙер ул республика, тотош ил өсөн дә бик мөһим.
Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, ағымдағы милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр мониторингы республика халҡының күбеһе – 85 проценттан ашыуы – уларҙы ыңғай баһалауын күрһәткән.
- Тыныслыҡ һәм милли берҙәмлек – ул иң ҡиммәтле байлыҡ. Уны һаҡлап ҡалыр өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы яҡынлашып килгән Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы.
- 4 ноябрь Рәсәй халыҡтарының быуаттарға һуҙылған дөйөм яҙмышын сағылдыра. Ватаныбыҙ тарихында ошо берҙәмлекте сағылдырған сағыу биттәр бик күп. Ниндәй дин тотоуға һәм милләткә ҡарамаҫтан һәр беребеҙ Бөйөк Еңеү көнөн билдәләй. Һәр ҡайһыбыҙ нәҡ илебеҙҙең тәүге йыһан державаһы булыуы менән ғорурлана. Беҙҙе әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт, дөйөм рухи тамырҙарыбыҙ берләштерә. Былар барыһы ла беҙҙе берҙәм милләт, ҡеүәтле дәүләт итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күп милләтле республикабыҙ өсөн халыҡтар берҙәмлеге идеяһы айырым әһәмиәткә эйә. Республикабыҙҙың артабан да татыулыҡ һәм берҙәмлек биләмәһе, төрлө милләт һәм дин кешеләре өсөн дөйөм туған йорт булып ҡалыуы мөһим.
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика